С днем матери поздравления на башкирском

Спускаясь с небес в этот день-ты явилась наградой
Для той,что тебя на Земле ожидала давно—
Излучиной жизни твоей,учителем первого шага—
В крутом вираже воплощенья, даруя тепло.

И будут несметных событий восходы и спуски,
И ярких побед пробуждающих миг торжества.
Ты смотришь сейчас киноленту веселья и грусти.
С прохладных небес наблюдает с Любовью она.

И как же порою не ценим добра проявлений
Той щедрой и строгой Любви,что дарует тебе
Ведомая Богом—на гору твоих восхождений.

Стихи — Маме

У нас с тобой постоянные ссоры
И не общие темы для разговоров.
Я хочу в кино, а ты поболтать дома.
Для меня пропустить кино просто в лом.

Мы редко с тобой видемся, мама.
Знаю, я зануда и очень упряма.
Но ты прости, я точно знаю,
Что ты самая лучшая, я скучаю…

Печальная ситуация в жизни моей,
И я готова отдать всё, чтобы не быть в ней.
Чтобы только унять эту боль
И быть всегда рядом с тобой.

Внутренне я сопротивляюсь,
Иногда сама себе я удивляюсь!
В душе я всегда хочу быть с.

Стихи — Мама в зеркале

Мама устала, весь день хлопотала,
Присев отдохнуть, вроде бы задремала.
И в зеркале видно, устала она.
Согнута, присгорблена мамы спина.

И в том отраженье, чистом зеркальном
Отражаются крылья. Ярко. Реально.

Хотите увидеть Ангела вы?
Встаньте спиной у зеркальной стены.
И резко в него, чрез плечо посмотрите.
Улыбку свою с собой заберите.

Стихи — Мама или я

Непонятно, кто из нас
Поступает в первый класс,
Мама или я —
Новиков Илья?

Наш букет уже готов.
Кто не спит из-за цветов?
Кто глядит чуть свет:
— Не завял букет?
Мама, а не я —
Новиков Илья.

Рассказала всем чужим:
— Скоро в школу побежим! —
Мама, а не я —
Новиков Илья.

Перед первым сентябрем
Мама сбилась с ног:
— Ну-ка, книжки соберем!
Что на завтрак мы берем?
Не проспи, сынок!

Непонятно, кто из нас
Поступает в первый класс,
Мама или я —
Новиков Илья.
А. Барто

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!

Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булганга.

Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!

Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,

Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!

Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре Үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.

Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
Булһын тормош күгендә.

Ғине ғажап тормош көтә,
Алларыңда юлдың олоһо булһын.
Ғандуғастар бары юлдаш булһын,
Балам, бөгөнгеләй йылмайып йәшә,

Күңелеңдә нурлар уйнаһын,
АуырлыктарҺы һистә тойма һин.
Көнөң яќты булһын,
Төнөң татлы булһын.
Уйна ла көл, әле йәш сағыңда.

Һинең әле шундай сағың
Паҡлы, сибәр сағың.
Онотма шундай сағыңды,
Ҡабатланмаҫ ул тағын.

Ҡабатланмаҫ сағыңдың һин
Ҡәҙерен белеп кенә йәшә бер үк,
Был донъяла һөйөп-һөйөлөп кенә.
Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,
Йәйҙәрҙән сафлыҡ алып,

Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан
Йәнеңә паҡлыҡ алып.
Шулай йәшәһәң генә
Гүмерең гөрләп уҙар.

Бәхет ҡошо ҡулын һуҙып,
Ҡаршыңа килеп сығыр!

Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Тик әсәйҙәрҙә,
Юҡ уға тиңдәр.
Әсәйҙәр күҙе — иэ матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе — иэ наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр иэ дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар иң яҡшы серҙәш.
Иң нескә күңел, иң саф, ҙур йөрәк,
Иң ҡайнар һөйөү, иң изге теләк.
Иң йылы ҡуйын — Тик әсәйҙәрҙә.
Бәхет бар улар булган өйҙәрҙә.
Йәшәү йәмен һеҙ биргән бит беҙгә.
Әсәйҙәр, рәхмәт, мең рәхмәт һеҙгә!

Ҡәҙерле, Әсәкәйем.
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!

Әсәйем уңған,сибәр,
Ҡулдары ла наҙлы шул.
Әҙерләгән аш-һыуҙары
Тел йоторлоҡ тәмле шул.

Ул бәйләгән ойоҡбаштар
Аяғымды йылыта.
Буранлы һыуыҡ ҡышта ла
Күңелдәрҙе иретә.

Бала саҡтан һеңгән уның
Йырҙары күңелдәргә.
Иң ҡәҙерле, изге һүҙҙәр
Барыһы – әсәйҙәргә.

Көтөп алдым тыуған көндө,
Йыйылдылар дуҫтарым.
Тәмле бәлеш, торттар менән

Әсәйемә мин тормошомда һуңғы емеш, һуңғы емеш.
Күпме балалар араһында иң һуңғыһы, һуңғы өлөш.
Иң ҡәҙерлем, иң һөйөклөм, иң яғымлым, әсәйем, һин.
Рәхмәтемде белдерергә тагы ниҙәр әйтәйем һуң?

Ҡуйыныңда ғына үҫтерҙең гүмерең буйы айырманың.
Ай ҡояштан алған кеүек, һүрелмәҫлек нурҙар алдым.
Күҙҙәреңдең яҡтылығы хәтерләтте аяҙ күкте.
Изгелекте, игелекте улар миңә бирҙе күпме.

…Әйтерһең дә, ожмах һыуы кеүек
Һинең наҙлап яһаған сәйең,
Ҡайтҡан һайын сәйҙәр эсерергә
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Был һүҙҙәрҙе ҡабатлайым һәр саҡ:
Көҙөн, ҡышын, яҙын һәм йәйен,
Был донъяла йәшәү көсө биргән
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Эй, ҡәҙерле әсәкәйем,

Бер үҙеңә өс бала.

Өс бала, өс яҙмыш

Күңелеңә һыя ала.

Һиңә рәхмәт йырын йырлайым.

Оҙон ғүмер һиңә теләйем,

Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп,

Ваҡыт табып һин киләһең.

Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин күрәһең.

Һүҙҙәр табып, көс бирәһең.

Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күнме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.

Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!

Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
булһын, Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.

Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

Хөрмәтле …. һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәммәһелә ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.

Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Изге йөрәкле ул, хәс тәрлекле атай, булдыҡлы гаилә башлығы, таянырлыҡ ағай булыуың менән һоҡлан дыраһың һин беҙҙе. ышаныслы дуҫ, көслө ихтыярлы шәхес булыуыңа, тәүәккәл һәм дөрөҫлөктө яратыуыңа ғорурланабыҙ. Тәбиғәткә көҙ һарыһы һырыла башлаған осорҙа донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә ҡояш йылыһы балҡый. Ошо йылы беҙгә тормош һуҡмаҡтарынан ҡурсалай, киләсәккә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә.

Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың һәм балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, дуҫ-иштәрең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙа-рың менән йәнәш атларға яҙһын.

Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

Ҡояш ҡалҡа – Ай байый,
Ғүмер утә көн һайын.
Ай ҡалка -Ҡояш байый,
Һағынам һине көн һайын.

Йөрәк тибә минут һайын,
Һиңә тибә! – Һөйәм тибә.
Йылдар үтә ай һайын,
Көтәм һине минут һайын.

Аҡ, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер
һәм ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа,
беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең күңел нуры менән тирә-йүнде матурлай,
дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә.

Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһын,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон гүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер кайғыһыҙ үтһен гүмерең.

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.

Кемделер ҡотлау өсөн матур һәм үҙенсәлекле ҡотлау тексын эҙләйһегеҙме? Беҙҙең сайтыбыҙҙан ала алағыҙ.

1) Хөрмәтле . һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәммәһелә ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.

2) Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрең тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

3) Бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым, донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйем! Барыһы ла һәйбәт булһын!

4) Юбилейың менән ҡотлайым! Бәхетле бул! һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тап, яныңда яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың булһын!

5) Ҡәҙерле дуҫҡай! Тыуған көнөң менән ҡотлайым һине! Һинән дә яҡын, һинән дә тоғро дуҫым юҡтыр, шуға күрә һиңә ысын күңелемдән киләсәктә лә үҙеңдә булған гүзәл сифаттарыңды һаҡларға теләйем. Һине таҙалыҡ-һаулыҡ, яҡты киләсәк, бәхетле матур көндәр көтһөн, дуҫ-иштәрең, тыуған-тыумасаларың, ғаиләң тик һине һөйөндөрһөн, дуҫым! Һине хөрмәт иткән дуҫың.

6) “Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!”

7) Тәбрикләйем һине тыуған көнөң менән! Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйем. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр һиңә ихлас күңелдән.

8) Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ! Бөгөн һинең тыуған көнөң – тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң – беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай таҙалыҡ, яҡшы кәйеф, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Оҙон ғүмер һиңә! Балаларың …. (исеме).

Онотмағыҙ! Сәғәт һанап тора
Был йылдарҙың уҙып барғанын.
Юғалтмағыҙ һуңғы көнгә тиклем
Мөхәббәттең алтын балдағын!

Өҫтәлдәрҙә шарап – шампан,
Бәллүр бокал сыңдары.
Нурлы булһын, балҡып торһон
Алда тормош юлдары!

Татыу, берҙәм йәшәһәгеҙ
Бәхетегеҙ түгелмәҫ.
Яҙмыш бүләк итеп биргән
Уртаҡ хистәр һүрелмәҫ.

Аҡ күлдәгең аҡ болоттай,
Бәхеттәр ҙә аҡ булһын.
Тормошоғоҙ гөлдәр кеүек
Сәскәләр атып торһон.

Оло шатлыҡ ата–әсәгеҙгә
Ғәзиз балалары туйында,
Сөнки һеҙ һаман да сабый кеүек
kалаһығыҙ улар уйында.

Ошо туҫтаҡ кеүек тулы булһа,
Тормош йөгө булмаҫ еңелдән,
Ошо kымыҙ кеүек, саф, kеүәтле,
Хыянатһыҙ булһын күңелдәр!

Хәсрәттәрҙе уртаҡ кисерегеҙ,
Бергә янып һөйөү утында.
Шунда ғына
һөйөүегеҙ хаkы
kиммәт булыр барлыҡ алтындан!

Бер-берегеҙгә ныҡлы терәк,
Иптәш, серҙәш булығыҙ,
Дауыл-ямғырҙарға бирешмәй,
Гел йәнәшә тороғоҙ!
ҠОТЛО БУЛҺЫН ТУЙЫҒЫҘ.

Мин дә дуҫтар, бер һүҙ әйтәм
Ҡотло булһын туйығыҙ!
Тик туй ғына булмаҫ тормош
Уртаҡ булһын уйығыҙ.

Ҡайғыны лы, шатлыҡты ла
Бергәләшеп һүтегеҙ.
Донъяла тик һөйгән матур.
Үҫһен һөйөү гөлөгөҙ.

Тағы өҫтәп теләйем мин
Бәхеттең мул өлөшөн.
Булһын һөйөү гөлөгөҙҙөң
Бер биш-алты емеше.
(Рәми Ғарипов)

Бал-май кеүек татлы, затлы һүҙҙәр
Ҡыҙғанмаһын тәмле телегеҙ.
Ике булып һеҙ үҫкәнһегеҙ,
Икегеҙ бер була белегеҙ.
Уйнап-көлөп, яңы юлға һеҙҙе
Оҙатабыҙ туйҙа бөгөнгө.
Ауыр саҡта таянысың булһа,
Тормош йәмле, йәшәү күңелле.
Хыялдарығыҙға нигеҙ булһын,
Беҙҙең теләктәр ҙә — бер өлөш.
Татыулыҡ теләйбеҙ һеҙгә бөгөн,
Бәхет йорто төҙөү – һеҙҙең эш!

Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә барығыҙ.
Ир-ҡатындан, ҡатын ирҙән уңһын,
Гөрләп торһон тормош юлығыҙ.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн.

Икегеҙ ҙә пар килгәнгеҙ
Ҡотло булһын туйығыҙ!
Бәхет менән балҡып торһон
Һеҙҙең тормош юлығыҙ!
Изге мөхәббәт хистәрен
Вакламайса һаклагыҙ.
Тормош тигән оло юлдан
Гел йәнәшә атлагыҙ.

Ҡотло булhын йәшлек тантанаhы,
Ҡотло булhын hөйө хистәре.
Ҙур уңыштар менән алға илтhен
Һеҙ барасаҡ ғүмер юлдары!
Тулып торhон бәхет шишмәhе,
Ташып торhон бәхет силәге.
Оҙон ғүмер, саф мөхәббәт –
Барыбыҙҙың hеҙгә теләге.

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ,
Ҡотло булһын туйығыҙ!
Тормош юлы бик ҡатмарлы
Уртаҡ булһын уйығыҙ!

Ҡулығыҙҙы-ҡулға тотоп,
Атлағыҙ бергә генә.
Бер-берегеҙҙе аңлағыҙ,
Ҡарап тик күҙгә генә!

Барыр юлдарығыҙ һеҙҙең
Һәр ваҡыт та уң булһын,
Мөхәббәт емеше булып
Улдар һәм ҡыҙҙар тыуһын.

Кәңәшләшеп донъя көтһәң,
Тормош мул, була ырыҫ,
Тун бесергә, уҡ юнырға
Өйрәтеү һеҙҙең бурыс.

Иҫтәлеккә туғандарҙан,
Дуҫ-иштәрҙән бүләктәр,
Әсәй, атай фатихаһы,
Беҙҙең матур теләктәр.

Яртышарҙар бөгөн ҡушылалар,
Хасил итеп Ерҙә бөтөн йәнде.
Кейәү менән кәләш етәкләшһә,
Күктәр һибә Ергә бөтөн йәмде.

Пар аҡҡоштай ғына ике матур,
Насип булһын һеҙгә тиң ғүмерҙәр!
Бәхет ҡошо ҡунһын ҡулығыҙға,
Еңел булһын үтеләһе үрҙәр.

Мөхәббәтле кеше – ҡанатлы, ти,
Бер-берегеҙгә һеҙ бит ике ҡанат!
Һынауҙарҙы бергә күтәрегеҙ,
Ҡаршылыҡтар үтелһендәр анһат.

Бөгөн һеҙҙең хисегеҙҙең туйы,
Яңы тормош аса ҡапҡаларын!
Фәрештәләр ҡанат ҡағып торһон
Ҡотлап һеҙҙең ғүмер тантанаһын!Г.Котоева.

Һеҙ хужаһы һөйөү бәхетенең,
беҙ табында бары тик ҡунаҡ.
Ырыҫ ҡунһын ҡорған ғаилэгеҙгә,
уйҙарығыҙ булһын игеҙәк.
Мөхәббәттең гүзәл емештәре
улдар-ҡыҙҙар тыуһындар,
туйҙар булһын тағы, бик күп туйҙар,
өй туйығыҙ,бәпес туйығыҙ.
Ҡыҙҙар биреп,улдар өйләндереп,
килеп етһен алтын туйығыҙ!

Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә барығыҙ.
Ир-ҡатындан, ҡатын ирҙән уңһын,
Гөрләп торһон тормош юлығыҙ!
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәрҙәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн.

Күркәм булһын байрамығыҙ
Бөгөн һеҙҙең никах туйы,
Тоғро булып ҡалығыҙ һеҙ
Был һөйөүгә ғүмер буйы.

Ғаиләгеҙ ныҡлы булһын,
Дауылдарға бирешмәҫлек,
Бер ҡабыҙған усағығыҙ
Ямғырҙарҙа ла һүнмәҫлек!

Йылынһын һеҙҙең усаҡта
Ике яҡтан да туғандар,
Түрҙә булһын атай-эсэй,
Яҡындар һәм дуҫ булғандар!

Ғаилә тормошон биҙәп
Донъяға балалар тыуһын,
Яңынан-яңы шатлыҡтар,
Бәхеттәр өҫтәлеп торһон!Ф.Котлогилдина.

Поздравление на русском
Поздравляю с днем рождения! . лет назад твои родители совершили очень благое дело — вдохнули в тебя жизнь. Это самое ценное и дорогое, что может быть у человека. Желаю тебе прожить свою жизнь со смыслом, наполнять счастливыми днями, любовью и удивительными приключениями. Всегда прислушиваться к своему сердцу. Чтобы каждый раз, исполняя свои мечты, ты бы мог гордиться с собой и кричать от восторга: «Да, я сделал это!» Пусть тебе удастся совершать дела, от которых душа будет ликовать, а бабочки в животе танцевать танго. Подари миру свой потенциал и дар. Живи честно и с любовью по отношению к себе и миру. Чтобы лет так в 90, ты обернулся назад и сказал: «Да! Вот это я понимаю Жизнь. «

Перевод на башкирском
Тыуған көнөң менән ҡотлайым! . йыл элек ата-әсәйең һиңә, кешелә була торған иң ҡиммәтле нәмәне — ғүмер бүләк иткән. Бүләгеңде юҡҡа сарыф итмә, уны мәғәнәгә, бәхетле көндәргә, мөхәббәткә һәм ҡыҙыҡлы мажараларға тултырып йәшә. Һәр саҡ йөрәгеңде тыңла. Хыялдарыңды тормошҡа ашырған һайын, үҙең менән сикһеҙ ғорурланып: «Эйе! Мин быны булдырҙым!» — тип шатлыҡтан ҡысҡырырға яҙһын. Башҡарған һәр эшеңдән күңелең ҡанатланһын, эсеңдәге күбәләктәр танго бейеһен. Көс-ҡеүәтеңде һәм һәләтеңде донъяға бүләк ит. Һөйөү һәм намыҫ менән йәшә. 90 йәште ҡыуған саҡта, артыңа әйләнеп: «Бына был, исмаһам, ғүмер!» — тип әйтә алырлыҡ булһын.

Поздравление на русском
Сегодня самый волшебный день — твой день рождения! Прошу принять мои искренние поздравления. В этот день тебе пожелают много хорошего: крепкого здоровья, счастья, благополучия, яркой жизни. А я хочу пожелать, чтобы мечты, которые тебя окрыляют, реализовались, чтобы цели, которые ты поставил, были достигнуты. Пусть по всему жизненному пути тебя сопровождают вера во всё хорошее, доброта и великодушие к миру и, конечно же, любовь. Ведь именно она делает нас сильными. Может жизнь и не простая штука, но мы на то и живем, чтобы ощущать её вкус. Желаю, чтобы ты этот вкус ощутил, почувствовал её драйв и находился в состоянии полного счастья. И пусть это счастье вдохновляет миллионы других людей. С днем рождения!

Перевод на башкирском
Бөгөн иң тылсымлы көн — һинең тыуған көнөң! Йөрәктән сыҡҡан ҡотлауҙарымды ҡабул итеп ал. Был көндә һиңә иң-иң яҡшы теләктәрҙе генә теләйәсәктәр: ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, сағыу тормош. Ә мин, һине ҡанатландырған хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын, ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеүеңде теләйем. Тормош һуҡмағынан атлағанда, тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, бигерәк тә, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын. Сөнки тап мөхәббәт беҙҙе көслө итә. Тормош, бәлки, ябай әйбер түгелдер ҙә, тик беҙ бит уның тәмен тойор өсөн йәшәйбеҙ. Һин дә уның тәмен тойоп, тулҡындары менән ярышып, тулы бәхеткә ҡойоноп йәшә. Һәм ошо бәхетең башҡа миллион халыҡты дәртләндерһен. Тыуған көнөң менән!

Поздравление на русском
Уважаемая . от всей души поздравляем вас с днем рождения. Желаем вам счастья, здоровья, удачи в ваших начинаниях и в делах, всего самого наилучшего и конечно же семейного благополучия. Оставайтесь всегда такой милой, искренней и конечно же жизнерадостной.

Перевод на башкирском
Хөрмәтле . һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡайнар ҡотлайым. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ һәммәһелә ғәилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле булығыҙ.

Поздравление на русском
Поздравляю с днем рождения! Пусть жизнь дарит тебе побольше ярких моментов и сбудутся все твои самые смелые и заветные желания! Желаю чтобы в твоем доме всегда царили счастье и понимание. И пусть тебя окружают только искренние, верные, надежные друзья и добрые люди.

Перевод на башкирском
Тыуған көнөн менән ҡотлайым! Тормошоң сағыу буяҙарҙан торһон һәм дә изге теләктәрен тормошҡа ашһын! Өйөңдә бәхет хөкөм һөрһөн һәм бер-берегеҙҙе аңлап йәшәгеҙ. Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.

Поздравление на русском
Сегодня твой праздник! Твой день рождения! От всей души поздравляю с этим прекрасным днем, желаю только всего наилучшего! Пусть все будет хорошо!

Перевод на башкирском
Бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым, донъяла булған барлыҡ изге теләктәрҙе генә теләйем! Барыһы ла һәйбәт булһын!

Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да — йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Әсәм теле миңә — сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

Башкирский язык

Я с цветочной души моего народа
Как пчела жемчуг собираю,
Собираю – и из живых жемчужин
Ароматные соты отливаю.

Поэтому я знаю ценность языка:
Ни одного языка мой язык не ниже.
Он и силён, и богат, и нежен,
Низким увидит его только низкая душа.

Язык моего народа – язык правды,
Без него нет моей страны.
Лишь тот, кто не любит свою страну, не любит свой язык,
Лишь у того, у кого нет страны, нет языка.

Мой материнский язык – красноречивый язык,
Без него нет моего народа.
У того, в чьем сердце нет своего народа,
И человеком быть права нет.

Атайымдың миҙалдары

Атайымдың миҙалдары
Күкрәгемдә сыңлай ҡай саҡ.
Шул сыңлауҙа атайымдың үҫмер сағы,
Ауыр йылдар — беҙҙең бала саҡ.

Атай беҙгә күргәндәрен һөйләй,
Ҡыйыу булған яуҙа — ул данлы.
Төштәремә һуғыш килеп керһә,
Ялҡын ҡаплай гүзәл донъяны.

Сабыйымдың бишегенә киләм
Һиҫкәнәм дә ҡара төндәрҙә.
Гүйә атайым да яу ҡырында —
Ҡайнар йәшем тама мендәргә.

Медали моего отца

Медали моего отца
Звенят на груди моей.
И и этих звонах молодость моего отца,
Тяжелые времена — наше детсво.

Рассказывает нам отец о виденном,
В тяжелых сражениях — он проявлял доблесть.
Если приснится война,
Пламенем покрывает прекрасный мир.

Подхожу к детской колыбели
И вздыхаю в печальные ночи.
Будто и мой отец на поле войны —
Начинаются капать горячие слезы.

Көҙ еткәс

Ағастарҙың ҡоро япраҡтары
Унда-һанда ғына ҡалдылар.
Ҡоштар осоп киткәс, яландары
Йоҡлағандай шымға талдылар.

Бына оҙаҡламай йомшаҡ ҡарҙар,
Күбәләктәй яуып, ер ҡаплар;
Яландарҙа ҡалмаҫ бер йән заты,
Ҡураларға ҡайтыр бар аттар.

Һыу өҫтәре ҡатыр күк боҙ булып,
Тыныр шишмәкәйҙәр, туңырҙар,
Йәйелеп ятҡан күк боҙ өҫтәрендә
Ирмәк итеп балалар шыуырҙар.

Наступила осень

Деревьев засохшие листья
Остались только в некоторых местах
Птицы улетев, поля
стали тихими дубто спать легли

Скоро сдесь мягкий снег,
Летя как бабочки, покроет землю;
В поле не останется ни одного животного,
Во дворы вернутся все лошади.

Поверхность воды замерзнет синим льдом,
Стихнут ручьи, замерзнут,
На постеленном синем льду
Забавно начнут кататься дети.

Ссылка на основную публикацию
Adblock
detector